Quantcast
Channel: Проекттар - «Остаз»
Viewing all articles
Browse latest Browse all 10

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013"бәйгеһе конкурсанттары өсөн тауыш бирегеҙ!!!

$
0
0
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013" бәйгеһе конкурсанттары өсөн тауыш бирегеҙ!!!
ЮЛДАШБАЕВА ЛИЛИӘ АЗАМАТ ҡыҙы-Ҡырмыҫҡалы районы Мөкәй урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2011 йылда Стәрлетамаҡ педагогия академияһының филология факультетын
тамамлаған. Дөйөм педагогик стажы – 7 йыл. I категориялы уҡытыусы. «Урал батыр» эпосы, «Һаумы, һаумы, әкиәт!»,
«Илһамлы ҡәләм», «Башҡортостан ынйылары» район конкурстарында Лилиә Азамат ҡыҙы уҡыусылары менән
әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусы конференцияларҙа, семинарҙарҙа сығыш яһай. Ул уҙғарған асыҡ дәрестәр һәр сәҡ ентекле уйланылған, тәрән мәғәнәле, уҡыусыларға ҡыҙыҡлы һәм фәһемле уҙа. Буш ваҡыттарында Лилиә Азамат ҡыҙы ҡул эштәре менән булышырға ярата. Уҡыусыларына сәхнәлә сығыш яһар өсөн милли костюмдарҙы үҙе тегеп кейҙерә. Ике йыл рәттән Мөкәй урта белем мәктәбендә «Оҫта ҡулдар» түңәрәген етәкләй. Түңәрәккә йөрөгән ҡыҙҙарға сигеү сигергә, бәйләргә, тегергә, кейеҙ баҫырға өйрәтә.

Viewing all articles
Browse latest Browse all 10